БАҠСАСЫЛАР, БЫЛ ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН! 🥀🥀🥀 Баҡсанан ҙур уңыш алырға теләһәгеҙ, ошо кәңәштәрҙе иҫтә ҡалдырығыҙ: - барлыҡ йәшелсәләргә лә һыу һипкәндә нашатыр спирты ҡушығыҙ (10 литр һыуға 2 аш ҡалағы); - 100 грамм әсеткене 10 литр һыуҙа иретеп һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә; - сөгөлдөр баллы булһын өсөн, һирәкләгәс, аш тоҙо иретмәһе һибергә (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы; - помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына (сыворотка) бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк; - помидор һәм ҡыярҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта; - һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк (бер литр һыуға бер балғалаҡ сода); - еләктәргә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе һибегеҙ. 10 литр һыуға - 10 тамсы; - йод иретмәһен шулай уҡ кәбеҫтә лә бик ярата. Сәкән яһала башлағанда һибеү яҡшыраҡ. 10 литр һыуға - 40 тамсы. Һәм, әлбиттә, ер бил бөккәнде ярата! Баҡсағыҙ ишелеп уңһын, йыл әйләнәһенә туйындырып торһон! Йөрәк сере төркөмөнән.

Теги:

Теги других блогов: