#Өләсәйемһандығы
🌸Беҙҙең өләсәйебеҙ Саникина Роза Әсмән ҡыҙы була. Ул Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәй. Беҙ өләсәйебеҙгә ял көндәрендә, каникул мәлендә барабыҙ. Өләсәйебеҙ беҙҙе һәр ваҡыт тәмле аштары, күпреп бешкән икмәктәре менән ҡаршы ала. Быйылда йәйге каникулыбыҙҙы өләсәйемдәрҙә үткәрҙек. Ауылда рәхәт, саф һауа.
🌸Өләсәйемдең килмәгән яғы юҡ. Ул һәр яҡлап өлгөрә. Иртәнсәк тороуыбыҙға әле генә айыртылған ҡаймаҡ өҫтәлдә. Кис етеүгә ойотҡо ла әҙер була. Беҙҙә тик ятмайбыҙ, уға ярҙамлашабыҙ. Ҡаҙ, тауыҡ бәпкәләренә ем һибәбеҙ. Кетеүҙән һыйырҙарҙы алып ҡайтабыҙ. Баҡсаларға һыу ҡоябыҙ. Өләсәйебеҙ беҙгә ҡарап һөйөнә. Үәт минең уңғандарым, тип, арҡабыҙҙан һөйөп ҡуя.
🌸Ә бына өләсәйебеҙҙең иң яратҡан шөғөлө баҡса үҫтереү. Унда нимә генә үҫмәй: ҡарбуз, ҡауын, груша, алма һәм башҡа емеш еләктәр үҫә. Ихатаға килеп инеү менән күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләре айрыуса ихтибарға лайыҡ. Аллы-гөллө сәскәләр әллә ҡайҙан нур, йәм бөркөп, сәләм биреп ултыралар. Өләсәйебеҙ әйтә, сәскәләр донъяға башҡа күҙ менән ҡарарға, яманһыу ваҡытта кәйефте күтәрергә ярҙам итә. Ә инде ,,Йәшәр өсөн ҡояш, ирек һәм кескәй генә сәскә кәрәк”,- тигән бөйөк әкиәтсе Ганс Христиан Андерсен, ти. Эйе, сәскәләр тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ юлдашы.
🌸Өләсәйебеҙҙеңдә тормошо үҙе үҫтергән сәскәләр кеүек балҡып торһон. Беҙ һине яратабыҙ өләсәй. Етеп килгән байрам менән! Һиңә һаулыҡ, оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ!🌸🌸🌸
🍓Ғәйнуллина Айзилә 5б класы
🍓Ғәйнуллина Альбина 4в класы